Поздравляю  вас с завершением Священного месяца Рамадан!

Уважаемые мусульмане, многонациональный народ России и Республики Башкортостан!

Поздравляю  вас с завершением Священного месяца Рамадан и наступлением великого и светлого праздника Ураза-байрам!

Для каждого мусульманина Ураза-байрам – один из главных религиозных праздников, который является неотъемлемой частью бесценного наследия предков. В этот священный день сила веры и духовного обновления напоминает о вечных нравственных ценностях — добре, справедливости, сострадании и милосердии.

Выражаю уверенность, что тот запас духовных сил и созидательной энергии, который вы обрели, соблюдая заповеди поста, послужит дальнейшему упрочнению взаимопонимания и социальной стабильности, процветанию родного Башкортостана.

Пусть Всевышний ниспошлет всем нам здоровья, примет наш пост, молитвы и благие дела. Пусть великий праздник Ураза-байрам принесёт в каждый дом благополучие и счастье!

Хөрмәтле мосолмандар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы!

Һеҙҙе Изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм бөйөк, яҡты Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!

Һәр бер мосолман өсөн Ураҙа байрамы – ата-бабаларҙың баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡыларының бер өлөшө булып торған иң мөһим дини байрамдарҙың береһе. Был изге көндә инаныу һәм рухи таҙарыныу көсө мәңгелек ҡиммәттәрҙе – изгелеккә, ғәҙелеккә, шәфҡәтлелеккә һәм мәрхәмәтлелеккә ынтылыуҙы тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрә.

Ураҙа тотоуҙан алған рухи көс һәм илһамландырғыс ҡеүәт үҙ-ара аңлашып йәшәүҙе һәм социаль тотороҡлоҡто артабан да нығытыуға, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуына хеҙмәт итер, тип ышанам.

Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ насип итһен, ураҙаларыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы һәм изге эштәребеҙҙе ҡабул ҡылһын. Бөйөк Ураҙа байрамы һәр йортҡа именлек һәм бәхет алып килһен!