С праздником - с Международным женским днем 8 марта!

С праздником - с Международным женским днем 8 марта!

 

Ҡәҙерле Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары! Һөйөклө әсәйҙәр, тормош юлдаштары, апайҙар, туғандар һәм ҡыҙ балалар!

Матур яҙғы байрам – 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан иң ихлас ҡотлау һүҙҙәремде ҡабул итегеҙ!

Был көндә беҙ һеҙҙең гүзәллегегеҙгә, тәрән аҡылығыҙға һәм түҙемлегегеҙгә һоҡланыу һүҙҙәрен йәшермәйбеҙ. Һеҙ ир-егеттәрҙе яңы артылыштарға илһамландыраһығыҙ, ауыр минуттарҙа терәк булаһығыҙ, ышаныс уятаһығыҙ, һеҙ булғанға тормош күркәмерәк, тынысыраҡ, изгерәк һәм бәхетлерәк. Тап һеҙ мөхәббәт һәм тоғролоҡ, ғаилә һәм өй йылыһы кеүек ҡиммәттәрҙе мәңгелек, ныҡлы итәһегеҙ.

Бөгөн бар көслө зат вәкилдәре һеҙгә үҙенең һоҡланыуын һәм хөрмәтен белдерергә, иң йылы хистәрен әйтергә, үҙҙәренең ҡатындарына, әсәләренә, өләсәйҙәренә, апай-туғандарына, ҡыҙ балаларына һәм коллегаларына ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыға. 

Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙҙарының ғаилә мәшәҡәттәре менән генә сикләнмәгән икәнен беләбеҙ. Һеҙ врач, педагог, инженер, төҙөүсе, ғалим, артист, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары етәксеһе кеүек һәм башҡа һөнәрҙәрҙә үҙегеҙҙең кәрәкле булыуығыҙҙы, емешле эшләүегеҙҙе иҫбатланығыҙ, хоҡуҡ һаҡлау структураларында ла уңышлы хеҙмәт итәһегеҙ. Һеҙ Башҡортостанды социаль-иҡтисади үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәһегеҙ.

Киң күңелле, фиҙаҡәр һәм шәфҡәтле булыуҙары өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен күп балалы әсәләргә һәм етемдәрҙе тәрбиәгә алған ҡатын-ҡыҙҙарға еткергем килә. Республикабыҙҙы үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергән һәм бөгөнгө көндә арымай-талмай хеҙмәт итеүсе ветеран ҡатын-ҡыҙҙарға ла оло рәхмәтемде белдерәм.

Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Бар ерҙә лә һеҙҙе көләс йөҙҙәр ҡаршы алһын, һеҙ булған һәр урында маҡтау һүҙҙәре яңғыраһын. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, күңелегеҙҙә яҙ кәйефе йәшәһен!

Бәхетле булығыҙ!

 

Дорогие женщины - жительницы Башкортостана! Любимые матери, жены, сестры и дочери!

Примите самые искренние поздравления с замечательным весенним праздником -  Международным женским днем 8 марта!

 В этот день мы отдаем дань восхищения вашей красоте, мудрости и терпению. Вы вдохновляете мужчин на созидание, поддерживаете в трудные минуты, вселяете уверенность, делаете жизнь возвышеннее, спокойнее, добрее и счастливее. Именно благодаря вам остаются вечными и незыблемыми такие ценности, как любовь и верность, семья и домашний очаг. 

Сегодня все мужчины спешат выразить вам своё восхищение и уважение, признаться в самых тёплых чувствах, сказать искреннее спасибо своим жёнам, мамам, бабушкам, сёстрам, дочерям, коллегам.

Мы знаем, что современные женщины давно не ограничены семейными делами. Вы доказали свою востребованность и успешность в различных профессиях - врачей и педагогов, инженеров и строителей, ученых, артистов, руководителей предприятий, общественных организаций, несете службу в правоохранительных структурах. Вы вносите огромный вклад в социально-экономическое развитие Башкортостана. 

Отдельно хочу поблагодарить многодетных матерей и тех, кто взял на воспитание сирот – за доброту, великодушие, самоотверженность. Особые слова благодарности в этот день -  женщинам-ветеранам, которые внесли и продолжают вносить заметный вклад в развитие нашей республики. 

Милые женщины! Пусть там, где вы появляетесь, расцветают улыбки и слышатся комплименты. Пусть осуществляются все ваши мечты, а в душе всегда царит весна.

Будьте счастливы!

И. ЯЛАЛОВ